СЮТКИН Пётр Иванович [31.12.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әмзебаш а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 14.8.1954, ш. уҡ р‑ндың Калегино а. ерләнгән], танкист, майор. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Горький танк уч‑щеһын (1944), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1953) тамамлаған. 1938—41 йй. Ҡалтасы р‑нының Күтәрем а. уҡытыусы булып эшләй. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1944 й. сент. башлап 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се механизацияланған корпустың 41‑се гвардия танк бригадаһының взвод ком. гвардия лейт. С. 1945 й. 17 апр. Брно ҡ. (Чехословакия) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Суворов уч‑щеһында (Ставрополь ҡ.) офицер-тәрбиәсе. Ленин (1946), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. Калегин төп белем биреү мәктәбе ихатаһында С. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика