СЫУАШ НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Төкөн т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Нуғаҙаҡ күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 900 кеше; 1920 – 851; 1939 – 865; 1959 – 905; 1989 – 623; 2002 – 450; 2010 – 408 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).

Ауылға 1771 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Нуғаҙаҡ исеме м‑н яһаҡлы сыуаштар нигеҙ һала. Кесе Нуғаҙаҡ бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Оло Нуғаҙаҡ булараҡ теркәлгән. 1795 й. 383 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта – 568 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү, 2 мәктәп, тимерлек, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; улус идараһы урынлашҡан. Шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика