СЫУАЛКИП, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Сыуалкип й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1605 кеше; 1920 — 1400; 1939 — 1011; 1959 — 1153; 1989 — 616; 2002 — 538 кеше. Татарҙар йәшәй. Халҡы “Уңыш” ЯСЙ‑нда, «“Үҙәк” машина‑технология станцияһы» ДУАХП‑ның филиалында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 239 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 155 йортта — 837 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, быйма баҫыу, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й.  2 мәсет, 3 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. Ә.А.Зыятдинов, Ә.К.Мәзитова, З.Х.Саҙретдинов, С.И.Хәйретдинов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика