АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1936 й. Архангел район-ара ағас, тара әҙерләү контораһы булараҡ нигеҙ һалына, 1938 й. алып Башҡ‑н ағас әҙерләү контораһы, 1962 й. — А.у.с.х., 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. 1958 й. башлап “Башлеспром” ААЙ‑на ингән. А.у.с.х составында Архангел ағас-таҡта әҙерләү пункты, Аҙау, Ирек, Сәғит, Оҙондар, Уҫаҡлы ағас әҙерләү участкалары, автотранспорт цехы, тирмән булған. 1999 й. 295 кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, бысылған материалдар, йәшник тараһы, штакетник, тышлыҡ таҡталары, паркет, ултырғыстар һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018