СЫСӘРТ ЗАВОДТАРЫ, Сысәрт й. (Исәт й. ҡушылдығы) буйында Себер даруғаһының Һалйот, Һеңрән һәм Терһәк улустары башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалына; Түб. Сысәрт суйын, баҡыр иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1732 й. – ҡаҙна, Үрге Сысәрт тимер етештереү з‑ды 1847 й. П.Д.Соломирский һәм Турчаниновтар тарафынан төҙөлә. Хужалары: Түб. заводтыҡы – ҡаҙна, 1759 й. алып Турчаниновтар һәм Соломирскийҙар, 1861–64 йй. С.з. – ҡаҙна, 1912 й. башлап Сысәрт тау округы акционерҙар йәмғиәте ҡулында була; 1917 й. национализацияланалар. Сысәрт тау округына ингән. Түб. завод – 1733 й., Үрге, ярҙамсы, завод 1849 й. эшләй башлай. Түб. С.з. 5 баҡыр иретеү һәм 2 домна мейесе, 14 сүкеше, 14 крица, 2 һелкетеү һәм йәмшәйтеү горны, 5 руднигы була; Үрге С.з. 1859 й. 6 пудлингылау һәм 5 йәбештереү мейесе, 7 крица горны, һыу тәгәрмәсе һәм турбинаһы була. 1730 йй. Түб. заводта – 985 мастеровой һәм эшсе кеше, 1860 й. Үрге заводта 343 мастеровой һәм даими эшсе (ҡара: Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр) иҫәпләнә. Түб. С.з. 1783–96 йй. 1 млн 220 мең бот суйын иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына 99 мең бот тәшкил итә, макс. – 823,6 мең бот (1860). Иретелгән баҡырҙы таҙартыу (саф баҡыр алыу) өсөн Ялан заводына ебәргәндәр, 18 б. ошо завод м‑н берлектә 732,5 мең бот баҡыр етештерелгән. Үрге С.з. 1850 й. – 42,3 мең бот буй һәм сортлы тимер, 1893 й. 495,2 мең бот пудлинг, ш. иҫ. 366,2 мең бот буй һәм сортлы тимер, етештерелә. Эшләү дәүерендә уртаса етештереүсәнлек йылына яҡынса 233 мең бот булған. 19 б. 80–90‑сы йй. Үрге заводта газ м‑н пудлингылау мейестәре яңынан ҡорола һәм камиллаштырыла, электр уты үткәрелә, ат йөрөткән тимер юлы төҙөлә, 3 локомобиль, турбина ҡуйыла һ.б. 1900 й. заводта 2 домна, вагранка, 4 пудлингылау, 3 йәбештереү һәм иретеү мейесе, 4 сүкеш, 7 прокат станы, 16 тимерлек горны эшләй. 1903 й. мартен мейесе ебәрелә. Үрге заводта 1881 й. ҡарата – 2 прокат станы, 1890 й. – газ м‑н пудлингылау мейестәре өсөн яңы генераторҙар, 1902 й. пар сүкеше ҡуйыла. 18 б. 60‑сы йй. Түб. С.з. эшселәре заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр ойошторған сыуалыштарҙа, революцияла (1905–07) ҡатнаша. Үрге С.з. 1863 й. эшләмәй, 1904 й. иҡт. к¿рс¿к арҡаһында туҡтатыла. Түб. С.з. базаһында “Уралгидромаш” ААЙ ойошторолған. Хәҙ. завод ҡасабалары урынында Сысәрт ҡ. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика