Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/S/SYRTLANOVA_MAGUBA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/S/SYRTLANOVA_MAGUBA.jpg'

СЫРТЛАНОВА Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы (15.7.1912, Бәләбәй ҡ. – 1.10.1971, Ҡазан), лётчик, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тбилиси хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1941). 1930 й. алып Коканд ҡ., 1932 й. башлап Тбилисиҙа эшләгән. 1942 й. дек. башлап Төньяҡ Кавказ, 4‑се Украина һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се һауа армияһының 325‑се авиация див. 46‑сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья ком. урынбаҫары гвардия өлкән лейт. С. 780 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Ҡазанда йәшәй һәм эшләй. Ленин (1946), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Бәләбәйҙә урамға һәм 2‑се мәктәпкә, Ҡазанда урамға С. исеме бирелгән, шунда уҡ уға бюст ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика