СЫПҠАЙ ҺЫМАҠТАР (Podicipediformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе, яҡынса 20 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө бар. Уртаса ҙурлыҡтағы күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 28—50 см, ауырлығы 200—1500 г), ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы. Төҫө көрәнһыу һоро (аҡбаш сыпҡай), тут‑ерән төҫмөрлө көрәнһыу ҡара (өлкән сыпҡай йәки урҙан), ҡорһағы аҡ төҫтә. Яҙын аҡбаш сыпҡайҙың башы өҫ яҡтан ҡара төҫтә, өлкән сыпҡайҙыҡы — яңаҡ артында ҡуңыр ерән ҡулса м‑н (икеһенең дә ҙур булмаған өлпөһө бар), ҡыҙылмуйын сыпҡайҙыҡы — тут‑ерән ҡолаҡ яны ҡауырһындары һәм соңҡаһында өлпөһө бар, ҡарамуйын сыпҡайҙыҡы — ян‑яҡтарынан алтынһыу көрән ҡауырһынлы. Муйыны оҙон. Суҡышы осло. Ҡанаттары ҡыҫҡа, тар. Ҡойроғо үҫешеп етмәгән. Аяҡтары 4 бармаҡлы, ҡыҫҡа, бармаҡтары йөҙгөс айырсалар м‑н. Моногам. Парлап, колониялар м‑н ҡамыш, күрән, екән һ.б. үҫемлектәр үҫкән һыу ятҡылыҡтарында оя ҡора; яҡшы йөҙәләр һәм сумалар, ер өҫтөндә насар йөрөйҙәр. 3—6 аҡ төҫтәге, һуңғараҡ йәшкелт һары, оҙонса овал формалағы йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 20—25, ҡайһы берҙә 29‑ға көнгә тиклем (өлкән сыпҡай) баҫа. Һыу умыртҡаһыҙҙары, ҡайһы бер С.һ. ваҡ балыҡтар м‑н туҡлана. Күлдә, быуала, иҫке үҙәндәрҙә һ.б. йәшәй. Башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Һорояңаҡ сыпҡай БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика