“СЫҢҒЫҘНАМӘ” (“Сыңғыҙ тураһында китап”), “Сыңғыҙнамә дәфтәре”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, тәүарих. Төрки телендә яҙылған, авторы билдәһеҙ. Тәүге варианты 16 б. аҙ. – 17 б. ижад ителгән, тип фараз ителә, был хаҡта текста осраған Алтын Урҙа осороноң риүәйәттәре һәм легендалары раҫлай; әҫәр тулыһынса 17 б. аҙ. яҙылып бөтә. Инеш өлөштән һәм 6 бүлектән тора. Инештә Сыңғыҙхандың ата-бабалары һәм вариҫтарының генеалогияһы бирелгән. 1‑се бүлектә Сыңғыҙхандың мөғжизәле рәүештә тыуыуы (хан ҡыҙы Гөләмалик ҡояш нурынан ул таба, ә улының ҡатыны Аланғу ире үлгәндән һуң шул ысул м‑н Сыңғыҙҙы таба) һәм тәхеткә күтәрелеүе т‑да хикәйәләнә. Бөтә хәл-ваҡиғалар Көньяҡ Уралда бара; Сыңғыҙхан оран, тамға, онгон өләшеп биргән башҡ. ырыуҙары башлыҡтары Майҡы бей, Мөйтән бей, Тамъян бей, Юрматы бей һ.б. герой булып сығыш яһай. 2‑се бүлек Аҡһаҡ Тимергә арналған. Ғайсаның улы Әмәт т‑дағы 3‑сө бүлек, йөкмәткеһе һәм жанр тәбиғәте б‑са тәүге бүлектәрҙән айырыла, унда ауыҙ-тел поэтик ижады традициялары көслөрәк бирелә. Әмәт хәйлә һәм интригалар аша хан ҡыҙына өйләнә, әммә аҙаҡ ҡатынын юғалта, ә уның улы яуыз юлбаҫар булып китә. Күләме б‑са ҙур булмаған башҡа бүлектәрҙә батшаларҙың, хандарҙың шәжәрәһе бирелә, биләмәләре һанап сығыла. 6‑сы бүлектә Болғарҙа, Ҡазанда булған хәл‑ваҡиғалар ҡыҫҡаса һүрәтләнә, башҡорт ихтилалы (1681—84) т‑да бәйән ителә. Ҡулъяҙма варианттары башҡ., ҡаҙаҡ, татарҙар араһында киң таралған була. Әҫәр тәүге тапҡыр 1822 й. Ҡазанда нәшер ителә. 1978 й. археографик экспедициялар барышында Миндәк ҡасабаһында (Учалы ҡ.) 1801 й. күсермә табыла; ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана. “С.” ҡайһы бер тема һәм мотивтары Т.Ялсығол, Ғ.Соҡорой, Ғ.М.Кейеков ижадында сағылыш таба.

Әҙәб.: Надергулов М.Х. Историко-функциональные жанры башкирской литературы.

М.Х.Нәҙәрғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика