СЫЙЫРСЫҠТАР (Sturnidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 36 заты, 100‑ҙән ашыу төрө билдәле; Евразия, Африка, Австралияла таралған. Башҡортостанда ябай С. һәм ал С. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 20–25 см, ауырлығы 60–90 г. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы, тығыҙ, ялтыр. Ата ҡош сағыуыраҡ, ябай С. ҡара төҫтә (тамағы м‑н күкрәге ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм йәшкелт), ҡыҙғылт һәм аҡ таптары бар; ал С. тоноҡ ал төҫтә (ата ҡоштоң соңҡаһында – оҙон, инә ҡоштоҡонда ҡыҫҡа өлпө бар), башы, ҡойроғо һәм ҡанаттары шәмәхә һәм йәшкелт ҡара төҫтә. Суҡышы оҙон, тура, осло. Ҡанаттары оҙон. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары көслө, С. ерҙә һәм ағас ботаҡтары буйлап шәп йөрөй. Моногам. Парлап ағас ҡыуыштарында, ҡая ярыҡтарында, текә ярҙарҙа, таш аҫтарында; торама пункттарҙа оялай. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ғәҙәттә, 4–7 аҡһыл йәки зәңгәрһыу йомортҡа һала. Ата һәм инә ҡош (төндә ябай инә С. үҙе генә) 11–15 көн баҫа. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, селәүсендәр, моллюскылар һ.б. умыртҡаһыҙҙар, көҙ көнө үҫемлек емештәре һәм орлоҡтары м‑н туҡлана. Ябай С. респ. бөтә терр‑яһында осрай, ал С. һирәкләп аҙыҡ эҙләп килә. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика