СЫБЫҠ БӨЖӘК (Ramulus bituberculatus), сыбыҡ бөжәктәр отрядының лонходидтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяҡ‑көнсығышында, Кавказда, Ҡаҙағстанда, Урта Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 5,2—6,5 см (инә бөжәктәр эрерәк), ҡуйы һоро төҫтә, оҙонса, нескә. Башы ҙур түгел, ҡыҫҡа мыйыҡтар м‑н. Ҡанаттары юҡ. Ауыҙ аппараты кимереүсе. Аяҡтары оҙон, 5 быуынтыҡлы; ҡурҡыныс тыуғанда алғы аяҡтарын алға һуҙа һәм ботаҡ остарына оҡшатып бөкләй. Йомортҡаларын үҫемлектәргә һала. Үҫеше тулы булмаған әүерелешле: балағорттары ҡуйы һоро, 6 тапҡыр ҡау һала. Респ. шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Төндә һәм көндөҙ әүҙем. Оло бөжәктәр һәм балағорттар үҫемлектәрҙең йәш үренделәре һәм япраҡтары м‑н туҡлана. Үҫемлектәрҙә тереклек итә. БР‑ҙа һирәкләп Мәләүез һәм Өфө р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика