• Печать

СУХОРУКОВ Алексей Яковлевич (20.7.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Преображеновка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) – 20.2.1973, Салауат ҡ.), майор. Советтар Союзы Геройы (1943). 1939–40 йй. совет‑финлянд һуғышында, 1940 й. Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала хәрби хәрәкәттәрҙә һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары офицерҙар артиллерия мәктәбен (1945), ЭЭМ‑дың сәйәси уч‑щеһын (1955; икеһе лә – Ленинград) тамамлаған. Стәрлетамаҡ р‑нының “Ҡорос” к‑зында эшләгән. 1937 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ, Брянск, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 41‑се айырым танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 1958‑се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының батарея ком. өлкән лейт. С. 1943 й. 18 нояб. Белорус ССР‑ының Короватичи а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) ВКП(б)‑ның Стәрлетамаҡ район ком‑тында, ЭЭМ органдарында, 1956 й. башлап Салауат техник быяла з‑дында эшләй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Салауатта урамға С. исеме бирелгән, Преображеновкала уға бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин