АРХАНГЕЛ СУЙЫН ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, Архангел баҡыр иретеү заводынан 2,1 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында Өфө тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте тарафынан нигеҙ һалына. 1899 й. эшләй башлай. 2 домна мейесе, 3 һауа йылытҡысы, 4 пар ҡаҙаны, газ таҙартҡысы, мәғдән онтағысы, һауа өрҙөргөс машинаһы була. Эшләү дәүерендә яҡынса 2,3 млн бот суйын иретелә; макс. етештереүсәнлек — 0,9 млн бот (1901). 1903 й. ябыла.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.