СУХОВ Иван Степанович (19.9.1907, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 13.10.1976, Мәскәү), лётчик, полк. (1938). Советтар Союзы Геройы (1939). 1938 й. Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә, 1939 й. Көнбайыш Белоруссияла хәрби хәрәкәттәрҙә, 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен (Ырымбур ҡ., 1932), Хәрби диңгеҙ лётчиктары һәм лётчик-күҙәтеүселәре мәктәбен (Ейск ҡ., 1935) тамамлаған. 1919—28 йй. Белорет пр‑тиеларында эшләй. 1928 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. башлап Төньяҡ-Көнбайыш, Карел һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә тиҙлекле бомбардировка эскадрильяһы штурманы капитан С. 21 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Осоу-тикшеренеү ин‑тында (Жуковский ҡ.) эшләй. Ленин (1939), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1940, 1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Белоретта урамға С. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика