СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ (Mantis religiosa), суфый сиңерткәләр отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Африкала, Австралияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 40—60 мм (инә бөжәк эрерәк), төҫө һорғолт йәшел, һары, йәшел һәм көрән төҫтәр өҫтөнлөк итә. 2 пар ҡанаты бар: алғылары тарыраҡ, артҡылары елпеүес рәүешле йыйыла. Башы хәрәкәтсән, ауыҙ аппараты кимереүсе. Аяҡтары яҡшы үҫешкән, алғы парының осло эре сәнскеләре бар; аяҡтарының эске яғында ҡара тап, йыш ҡына үҙәгендә асыҡ төҫтәге “күҙ” бар. Йомортҡаларын төркөмдәр м‑н дөйөм тышлыҡта (оотека) үҫемлектәргә һала. Киләһе йылдың яҙына йомортҡаларҙан ваҡ, артҡа йүнәлтелгән сәнскеле балағорттар сыға; 7—8 тапҡыр ҡау һала һәм оло бөжәккә әйләнә. С.с. көндөҙ әүҙем. Оло бөжәктәр үрмәкселәр, тура ҡанатлылар, ике ҡанатлылар һ.б. бөжәктәр, балағорттары — кебләләр м‑н туҡлана. БР‑ҙың дала һәм урман‑дала р‑ндарында осрай. Ҡоротҡос бөжәктәрҙе ашай, энтомофаг. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Р.К.Степанова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика