СУРКОВ Константин Александрович (30.7.1960, Өфө), һыу аҫты кәмәһе морягы, 1‑се ранг капитаны (1996). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Техник ф. канд. (2008). Адмирал С.О.Макаров ис. Тымыҡ океан юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Владивосток ҡ., 1982), Советтар Союзы флоты адмиралы Н.Г.Кузнецов ис. Хәрби- диңгеҙ акад. (С.‑Петербург, 1999) тамамлаған. 1977 й. алып СССР Хәрби-диңгеҙ флотында, 1992 й. — РФ Хәрби‑диңгеҙ флотында. 1982 й. башлап мина‑торпедо хәрби часы ком., 1984 й. — Тымыҡ океан флотының стратегик тәғәйенләнештәге атом һыу аҫты крейсеры ком. ярҙамсыһы. 1986 й. алып хәрби часть белгесе, 1993 й. — өлкән белгес, 2008 й. — белгестәр бүлеге нач. урынбаҫары (Петергоф ҡ.). Герой исеменә хәрби частың белгестәр бүлеге нач. урынбаҫары 1‑се ранг капитаны С. махсус задание үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 2010 й. башлап запаста. “Шәхси батырлыҡ өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (1993).

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика