“СУРА БАТЫР”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала. Нуғай һәм ҡаҙаҡтарҙың “Шура батыр” эпик йыры өлгөһө б‑са Сура батыр т‑дағы башҡ. риүәйәттәре һәм сюжетһыҙ ҡобайырҙар нигеҙендә Ғ.Б.Хөсәйенов тарафынан төҙөлгән. Хикәйәләү Сура батырҙың ата‑әсәһе Ҡырым бейе Нарыҡ һәм уның ҡатыны сибәр Миңһылыуҙың тарихынан башлана, улар драматик ваҡиғалар арҡаһында тыуған ерҙәрен ташлап китеп башҡорттар араһында Яйыҡ й. үр яғында төйәк табалар, Сура ошонда тыуа, эпик традицияларға ярашлы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә батыр булып үҫеп етә. Алдан иҫкәртә торған төшөндә үҙен Ҡазан ханлығын яҡлаусылар араһында күргәндән һуң, герой походҡа китә һәм батырлыҡтары м‑н дан ала. Сура батыр т‑дағы сюжеттар төрлө ваҡытта Х.Ғ.Ғәбитов, К.М.Дияров, К.Мәргән, Р.Х.Насиров, Б.Ғ.Әхмәтшин тарафынан яҙып алынған. Шулай уҡ башҡ. шәжәрәләрендә лә Сура батыр исеме осрай; “Аҡбуҙат” эпосында ул — Һәүбәндең атаһы. 2012 й. БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ҡаҙмаш а. эргәһендә, фараз ителеүенсә, ул ерләнгән урында стела ҡуйылған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 5‑се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000; Ш у н д а у ҡ. 7‑се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004.

Б.Ғ.Әхмәтшин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика