СУМАРОКОВТАР, Сумороковтар, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Андрей Фёдорович һәм Иван Фёдорович С., Ҡазандан Өфөгә күсерелгәндәр һәм Өфө й. буйында 250 сирек ер күләмендә поместье оклады тәғәйенләп, 1628 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алынғандар. 1635 й. Ф.И.Каловский (ҡара: Каловскийҙар) етәкс. дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙе биләмәләренә барымтаһын кире ҡағыу өсөн Урал аръяғына ебәрелгәндәр. Иван Фёдорович һәләк булған. АндрейФёдоровичҡа 400 сирек ер күләмендә поместье оклады бирелгән, Собор уложениеһын төҙөүҙә ҡатнашҡан. 1651 й. башҡорттар тарафынан Юрмаш й. буйында ерҙе тартып алыуҙа ғәйепләнгән. Уның улдары: Борис Андреевич һәм Фёдор Андреевич С., 1647 й. Өфө й. буйында ауылға хужа булғандар. Фёдор Андреевич 1685 й. Өфөлә аманат йортона етәкселек иткән. 1700 й. 700 сирек ер күләмендә поместье оклады булған. Уның улы — Григорий Фёдорович С., Өфө дворяндар ротаһы рядовойы. 1718 й. нәҫел имениеһын Өфө тылмасы А.Тарпановҡа һатҡан. Шулай уҡ билдәлеләре: Дмитрий Игнатьевич С., премьер-майор. 1753 й. ландмилицияның Алексеевск полкында хеҙмәт иткән; Ларион (Илларион) Игнатьевич С., полковник. Ырымбур регуляр булмаған корпуста хеҙмәт иткән. Уның улы — Николай Ларионович (Илларионович) С. (1741—?), полковник. 1785 й. Лебяжье күле (Ағиҙел й. басс.) янындағы 50 сирек ерен секунд-майор Ф.А.Зенинға һатҡан. 1785—94 йй. Өфө дворяндары башлығы. 1799 й. Бөгөлмә өйәҙендәге Яңы Сумароков һәм Иҫке Сумароков аа. һәм 21968 дисәтинә ергә хужа булған. 18 б. аҙ. С. нәҫеле Һарытау губернаһы һәм Һамар губернаһы дворян нәҫел тарихы китаптарының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика