СУҠТУРҒАЙ (Bombycilla garrulus), турғай һымаҡтар отрядының суҡтурғайҙар ғаиләһенәҡараған ҡош. Евразияның төньяғында һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош, күптәре Башҡортостанда ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 19—23 см, ауырлығы 40— 83 г (инә заттар вағыраҡһәм асығыраҡ төҫтә), ҡанатыныңҡоласы 30— 38 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, ҡыҙғылт тондары булған көрәнһыу һоро төҫтә, башында ҙур һорғолтал өлпө бар. Тамағы, маңлайындағы һәм күҙҙәре кимәлендәге һыҙаттары ҡара. Суҡышы ҡыҫҡа, киң, ҡара төҫтә. Ҡанаттары оҙон, тар, ҡара төҫтә, тар һары һәм киң аҡһыҙатлы; икенсел елпеүҡауырһындары остарында ҡыҙыл тире төйөрсәләре бар. Аяҡтары ҡыҫҡа, ҡара төҫтә. Ҡойроғо өҫ яҡтан ҡара, аҫтан көрән, осо һары. Моногам. Ояһын ағас баштарында 2—15 м бейеклектәҡоро ботаҡтарҙан, үләндән, лишайниктарҙан, мүктән ҡора, үлән, йөн, мамыҡ, ҡауырһындар түшәй. Ояла ғәҙәттәҡара көрән төрткөләре һәм миләүшәһоро таптары булған зәңгәрһыу һоро 4—5 йомортҡа бар. Инәҡош 14 көн самаһы баҫа. Көндөҙгөҡош. Үҫемлек емештәре, бөжәктәр мн туҡлана. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, парктар һәм баҡсаларҙа йәшәй. Көньяҡ райондарҙан башҡа БРҙың бөтә терряһында таралған.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова


 

 

 

 

СУҠТУРҒАЙ (Bombycilla garrulus), турғай һымаҡтар отрядының суҡтурғайҙар ғаиләһенәҡараған ҡош. Евразияның төньяғында һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош, күптәре Башҡортостанда ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 19—23 см, ауырлығы 40— 83 г (инә заттар вағыраҡһәм асығыраҡ төҫтә), ҡанатыныңҡоласы 30— 38 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, ҡыҙғылт тондары булған көрәнһыу һоро төҫтә, башында ҙур һорғолтал өлпө бар. Тамағы, маңлайындағы һәм күҙҙәре кимәлендәге һыҙаттары ҡара. Суҡышы ҡыҫҡа, киң, ҡара төҫтә. Ҡанаттары оҙон, тар, ҡара төҫтә, тар һары һәм киң аҡһыҙатлы; икенсел елпеүҡауырһындары остарында ҡыҙыл тире төйөрсәләре бар. Аяҡтары ҡыҫҡа, ҡара төҫтә. Ҡойроғо өҫ яҡтан ҡара, аҫтан көрән, осо һары. Моногам. Ояһын ағас баштарында 2—15 м бейеклектәҡоро ботаҡтарҙан, үләндән, лишайниктарҙан, мүктән ҡора, үлән, йөн, мамыҡ, ҡауырһындар түшәй. Ояла ғәҙәттәҡара көрән төрткөләре һәм миләүшәһоро таптары булған зәңгәрһыу һоро 4—5 йомортҡа бар. Инәҡош 14 көн самаһы баҫа. Көндөҙгөҡош. Үҫемлек емештәре, бөжәктәр мн туҡлана. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, парктар һәм баҡсаларҙа йәшәй. Көньяҡ райондарҙан башҡа БРҙың бөтә терряһында таралған. Ә.Ф.Мәмәтов Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика