СУҠРАҠЛЫ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 31 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 271 кеше; 1959 — 233; 1989 — 150; 2002 — 129; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө- Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1764 й. алып билдәле. 1795 й. 5 йортта 29 кеше йәшәгән, 1865 й. 48 йортта — 249 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү, балта эше, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. Ауыл эргәһендә Суҡраҡлы ҡаласығы табылған. Ғ.М.Әбделмәнов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика