СУҠМЫЙЫҠ МЕЛИТТУРГА (Melitturga clavicornis), яры ҡанатлылар отрядының андренидалар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә (Көньяҡ Европанан алып Монголияға тиклем) таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 1,3—1,5 см, ҡара төҫтә, ҡыҫҡа һорғолт‑һары төҫтәге төктәр м‑н ҡапланған. Башы ҡыҫҡа мыйыҡтар м‑н, инә бөжәктеке квадрат формаһында тиерлек, ата ҡорттоҡо — йомро. Ҡорһағы цилиндр формаһында. Ҡанаттары һары‑көрән төҫтә. Ҙур булмаған колониялар м‑н ер аҫтындағы тәрән булмаған өңдәрҙә йәшәй, уның стеналарын тығыҙлай һәм төкөрөгө м‑н сылатып ҡуя; бала сығарыу күҙәнәктәрен ебәк рәүешле бүлендектәр м‑н ҡаплай. Йомортҡаларын аҙаҡтан балағорт туҡлана торған тат һәм һеркә төйөрсөгөнә һала. Респ. шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Балағорттары ҡышлай. Йәш ҡорттар май аҙ. —июндә сыға. Көндөҙ әүҙем. Ҡуҙаҡлылар (люцернаның төп һеркәләндереүсеһе), астра һымаҡтар, ирен сәскәһымаҡтар таты м‑н туҡлана. Аҙ һанлы төр, далала, болондарҙа, БР‑ҙың дала, урман‑дала һәм урман зоналарының урман ситтәрендә осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика