СУЙЫНСЫ‑СУПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 153 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 176 кеше; 1920 — 528; 1939 — 709; 1959 — 523; 1989 — 247; 2002 — 232 кеше. Татарҙар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Супан исеме м‑н нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1795 й. 22 йортта 130 кеше йәшәгән, 1866 й. 38 йортта — 138 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1901 й. бында Бәләбәй өйәҙе (хәҙ. Дәүләкән р‑ны) Суйынсы а. кешеләре урынлаша. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Б.Х.Ғиззәтуллин, Х.Н.Ғиззәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика