СУЙЫНСЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Суйынсы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Суйынсы й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3822 кеше; 1920 — 3131; 1939 — 1563; 1959 — 960; 1989 — 472; 2002 — 473; 2010 — 475 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Суйынсы урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1762 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 18 б. аҙ. бында хеҙмәтле татарҙар йәшәй. 1795 й. 70 йортта 601 кеше йәшәгән, 1865 й. 280 йортта — 1837 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 мәсет, 3 училище, 18 сауҙа кибете булған. 1906 й. 3 мәсет, урыҫ- башҡорт мәктәбе, фельдшер пункты, һыу тирмәне, бакалея кибеттәре, 2 мөгәзәй теркәлгән. Н.Ғ.Ғатауллин, М.Х.Камалов, Н.Ғ.Сибәғәтуллин, Ф.Л.Сәйәхов, И.Л.Хәбибуллин, Р.Ф.Шәрәфетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика