СУВОРОВ Александр Васильевич [13.11.1729 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1730), Мәскәү — 6.5.1800, С.‑Петербург], хәрби эшмәкәр. Генералиссимус (1799). Дворяндарҙан, Изге Рим империяһы графы, Рымник графы (икеһе лә — 1789), Италия кенәзе (1799). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—74 йй. һәм 1787—91 йй. рус-төрөк һуғышында, Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын (1768—72) юҡ итеүҙә, Крәҫтиәндәр һуғышын (177375) баҫтырыуҙа, 1799 й. Италия һәм Швейцария походтарында ҡатнашыусы. 1742—97 йй. һәм 1799 й. алып рус армияһында. Хәрби коллегия күрһәтмәһе б‑са 1774 й. авг. Сембер ҡ. ихтилалды баҫтырырға килә. Сент. баш күтәреүселәрҙең тарҡау отрядтарын эҙәрлекләй, әсир алынған Е.И.Пугачёвты Яйыҡ ҡаласығынан Сембергә оҙатыуға етәкселек итә. П.И.Паниндың хөкүмәт ғәскәрҙәре составында Волга буйында баш күтәреүселәр хәрәкәте үҙәктәрен юҡ иткән. 1775 й. майында Ырымбур ҡ. губернатор И.А.Рейнсдорпм‑н берлектә 2,5 мең башҡортто һәм 500 Ырымбур казак ғәскәре казагын Ырымбур сик һыҙығына хеҙмәткә йәлеп итеү т‑да ҡарарға килгән; Өфөлә баш күтәреүселеләрҙең эштәре б‑са тәфтиш материалдарын өйрәнгән. 1789 й. башлап ген.‑фельдмаршал П.А.Румянцев армияһында корпус ком., 1790 й. — Измаил ҡәлғәһен алыу өсөн барған алыштарҙа ғәскәр командующийы, 1791 й. — Финляндияла, 1792 й. — Екатеринослав наместниклығында һәм Таврия өлкәһендә, 1795—96 йй. Польшала рус ғәскәре командующийы, 1799—1800 йй. Италияла Рәсәй—Австрия союзы армияһының баш командующийы. Бриллиантлы (1789) Изге Андрей Первозванный (1787), 1‑се (1789), 2‑се (1773) һәм 3‑сө (1771) дәрәжә Изге Георгий, 1‑се дәрәжә Изге Владимир (1783), Изге Александр Невский (1779), Изге Анна (1770), сит ил орд., алтын ҡорал м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Гвоздикова И.М. А.В.Суворов в Уфе //Живая память: краеведч. сб. Уфа, 1997.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика