СТУЛОВА Ольга Петровна (11.6.1915, Әстерхан губ. Үрге Баҫҡынсаҡ станцияһы ҡсб — 11.3.1995, Өфө), морфолог. Биол. ф. д‑ры (1969), проф. (1971). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1937) Бөтә Союз иген хужалығы ин‑тында эшләй (Һарытау ҡ.), 1939 й. алып Куйбышев мед. ин‑тында, 1962 й. — а.х. ин‑тында (1969 й. алып хайуандар анатомияһы һәм физиологияһы каф. мөдире); 1978 й. алып БДУ‑ла уҡыта (1980—85 йй. зоология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге кешенең һәм ҡайһы бер хайуандарҙың депрессор нервыларын өйрәнеүгә, депрессор һәм арҡа мейеһендә барлыҡҡа килеүсе афферент үткәргестәрҙе йөрәк өлкәләре һәм ҡатламдары б‑са бүлеүгә, имеҙеүселәрҙең гиҙеүсе нервыһының топографияһына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 

Хеҙм.: Полисегментность в спинно‑мозговой иннервации сердца — как компенсаторноприспособительный механизм //IX Всесоюзный съезд анатомов, гистологов и эмбриологов. Минск, 1981.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика