СТУКОЛКИН, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 33 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Олокүл (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 19 кеше; 1939 — 43; 1959 — 420; 1989 — 379; 2002 — 406 кеше. Урыҫтар йәшәй. Халҡы “А.Д.Цюрупа ис. агрофирма” ЯСЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп бар.

Ауылға 20 б. башында Өфө өйәҙендә утар булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Горки исеме м‑н билдәле булған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика