СТРЕЛЕЦТАР, 16—17 бб. Рәсәйҙә ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләр категорияһы. Гарнизондарҙа хәрби хеҙмәт үтәгәндәр, уның өсөн хаҡ (аҡсалата, әйберләтә һәм ер бүлеме формаһында) алғандар. С. һайланмаларға (һуңыраҡ — Мәскәүҙекеләр; Мәскәүҙә торғандар) һәм ҡаланыҡыларға (Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында) бүлеп йөрөтөлгән. Ирекле кешеләр араһынан, һуңыраҡ стрелец балаларынан һайлап алынғандар; хеҙмәт нәҫел б‑са тапшырылған, ғүмерлек иҫәпләнгән. С. ҡоралдары ҡул пищале, айбалта һәм ҡылыстан торған. Стрелецтар ғәскәре приказдарға (полктар; 500 кешенән торған берләшмәләр), сотняларға, ярты сотняларға, десяткаларға бүленеп, Стрелецтар приказына (үҙәк дәүләт учреждениеларының береһе) буйһонған. Башҡортостанда С. Өфө ҡәлғәһе (ҡара: Өфө кремле) төҙөлә башлағас, барлыҡҡа килә. Тәүге сотня Өфөгә Мәскәүҙән һ.б. ҡалаларҙан күсерелеп, һуңынан Өфөөйәҙенән һәм күрше өйәҙҙәрҙән алынғандар иҫәбенә тулылана. 1592 й. — йәйәүле сотня, 1638 й. — 2 йәйәүле һәм атлы, 1668 й. 3 йәйәүле һәм 2 атлы сотня була. 1669 й. Өфө стрелецтар приказына хеҙмәтле мишәрҙәр һәм татарҙар сотняһы, 1664 й. Өфөнән Бөрөгә һәм Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығына хеҙмәткә 200 С. күсерелә. Өфө стрелецтар приказына стрелецтар башы (1681 й. алып стрелец полковнигы) етәкселек иткән, ул пошлина йыйыу, сауҙа итеүҙе күҙәтеү м‑н шөғөлләнгән, С. араһында граждандар бәхәстәрен ҡараған, тауарҙарға хаҡ ҡуйған; уға сотниктар буйһонған. 17 б. Өфөлә башлыса яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән торған56 стрелец сотнигы иҫәпләнгән. С. ер һәр сотняға ҡарап бүленеп, һуңынан шәхси файҙаланыуға таратылған. 1624 й., 1660 й., 1678 й. Өфө С. икмәк м‑н (5 сирек арыш) тәьмин итеүгә ҡуйылған, аҡса түләү бөтөрөлгән. 1678 й. 565 Өфө С. 23‑ө һөрөнтө еренә оброк түләгән, уның күләме йыллыҡ хеҙмәт хаҡына торош иткән (4—7 һум). 16 б. аҙ. Өфө С. Себергә походтарҙа, 1633 й. Себер даруғаһы биләмәләрендә, 1636 й. Өфө тирәһендә ҡалмыҡтарҙың барымтаһын иҫкәртеүҙә, 1640‑сы йй. башында ҡалмыҡтарға ҡаршы походтарҙа, 1654—67 йй. рус-поляк һуғышында, башҡорт ихтилалын (1662—64), 1697 й. Яйыҡ казактары ихтилалын баҫтырыуҙа, 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында һ.б. ҡатнашҡан. 1698 й. Пётр I указы б‑са С. һалдаттарға күсереү башлана (1711 й. Өфө С. күпселеге Ҡазан губернаһында хеҙмәт иткән).

Б.Әҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика