СТИЛИСТИКА, әҙәби тел сиктәрендә, уның төрлө аралашыу шарттарында функциональ ҡатламдарға тарҡалыуына ярашлы, тел берәмектәре һәм категорияларының йәшәп килеүен йәки ҡулланыу алымдарын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге, ш. уҡ әҙәби телдең хәҙ. торошо һәм диахронияһында функциональ-стиль системаһы, йәки “стилдәр системаһы”. С. үҙенең шәхси берәмектәре юҡ; фонетик, морфологик, лексик һәм синтаксик берәмектәр (үҙҙәренең төп функцияларына өҫтәлмә рәүештә стилистик функция башҡара) стилистик мәғәнәне йөрөтөүселәр булып тора. Төп бүлексәләре: функциональ С. — телдең дифференцацияһын уның тарихи яҡтан ойошҡан төрҙәре б‑са өйрәнә (ҡара: Функциональ стилдәр); тел берәмектәре С., йәки ғәмәли С. — телмәр ситуацияларында бөтә кимәлдәрҙең әҙәби тел берәмектәрен (һәм категорияларын) тикшереп, йәшәп килгән тел нормаларын иҫәпкә алып һәм үҙ сиратында фонетик, лексик, грамматик (морфологик һәм синтаксик) С. бүленә һәм һүҙбәйләнештәр С.; текст С. — билдәле идея‑йөкмәтке, функциональ, композицион-структур берҙәмлеккә буйһонған тел берәмектәрен ойоштороуҙың дөйөм һәм шәхси законлылыҡтарын өйрәнә; телмәрҙең художестволы йәки шиғри С. — тел берәмектәренең тулы художестволы әҫәр контексында эстетик мәғәнә алыуына бәйле һорауҙарҙы тикшерә. Шулай уҡ сағыштырма, тарихи, теоретик, һөйләү телмәре, яҙма телмәр, дескриптив, прагматик һ.б. С. айыралар. Телмәр мәҙәниәте, риторика, ортология (дөрөҫ телмәр т‑дағы фән), социолингвистика, әҙәби тел теорияһы м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Башҡорт тел ғилемендә С. мәсьәләләре тәүге тапҡыр (лексик һәм грамматик) Ҡ.Даян һәм Ә.И.Харисовтың “Стилистика” (1938) дәреслегендә ҡарала. С. проблемаларын фәнни яҡтан тикшереү Ж.Ғ.Кейекбаев тарафынан башлана. Грамматик С. б‑са байтаҡ тикшеренеүҙәр Ғ.Ғ.Сәйетбатталов тарафынан эшләнгән, ул ш. уҡ күп кенә башҡ. яҙыусыларының индивидуаль стилен, художестволы телмәренең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен өйрәнә. Синтаксик С. проблемалары — Д.С.Тәкәев, Ҡ.З.Әхмәров, морфологик – М.В.Зәйнуллин, Ю.В.Псәнчин, лексик – Х.Ғ.Йосопов, В.Ш.Псәнчин, З.Ғ.Ураҡсин һ.б. тарафынан өйрәнелгән. Функциональ стилдәрҙе Ә.Ғ.Илмөхәмәтов, Э.Ф.Ишбирҙин, В.Ш.Псәнчин, Н.Б.Сәлимов тикшергән. Н.К.Дмитриев, Р.С.Искәндәров, В.Ш.Псәнчин, Ф.Б.Санъяров һ.б. эштәре художестволы әҙәбиәт телен тикшереүгә арналған.

Әҙәб.: Киекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең стилдәре һәм стилистикаһы мәсьәләләре //Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966; Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Башҡорт теле. Стилистика. 3—5‑се кит. Өфө, 2007—2009.

И.С.Сырлыбаева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика