СТӘРЛЕТАМАҠ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Өфө өйәҙе, көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бәләбәй өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Майҙаны — 21271 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 58277 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 25262), 1897 й. — 327382 (башҡорттар — 115796, латыштар — 1955, мишәрҙәр — 12295, мордвалар — 15963, татарҙар — 20193, типтәрҙәр — 3800, украиндар — 1585, урыҫтар — 130883 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 294720 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 29191, дворяндар — 1498 һ.б.; мосолмандар — 152586, православие динендәгеләр — 172796 (ш. иҫ. 7488 старообрядсы), протестанттар — 1679 һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 8‑се башҡ. һәм 3‑сө мишәр кантоны ойошторола. 1865 й. өйәҙ — 4, 1896 й. 5 станға бүленә. 1873 й. — 33 [Аҙнай, Архангел, Арыҫлан, Бишҡайын, Богоявленск, Бошман‑Ҡыпсаҡ, Васильевка, Верхотор, Воскресенск, Гәрә‑Ҡыпсаҡ, Дурас, Дыуан-Табын, Дәүләтҡол, Ергән, Илсек‑Тимер, Ишбарс, Кесе Табын, Кәлсер‑Табын, Ҡалҡаш, Ҡарағош, Ҡармыш, Ҡуғанаҡ, Левашев, Маҡар, Меркет, Мәләүез, Өршәк‑Мең, Петровск, Сытырман, Татьяновка, Үрге Уҫылы, Фёдоровка, Шмит], 1917 й. 35 улус була. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 1069 торама пункт иҫәпләнә. Халыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ м‑н шөғөлләнгән. 1904 й. һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинәләрҙә) 276,9 тәшкил итә, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге — 77,4, бойҙай — 53,4, һоло — 48,9, тары — 48,2, борай — 18,1, ҡарабойҙай — 17,4, борсаҡ — 5,8, картуф — 4,1; һыйыр__малы — 32522, йылҡы — 29000, һарыҡ — 47081, кәзә — 5211, сусҡа — 4187 баш. 20 б. башында Архангел суйын иретеү заводы, Богоявленск заводы, Верхотор заводы, Воскресенка заводы, 3 шарап ҡыуыу заводы, 1 һыра ҡайнатыу, 120 кирбес һуғыу, 20 тире иләү заводы һ.б. пр‑тиелар эшләй. Стәрлетамаҡта, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы, Яңы Ҡарамалы аа. ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. 212 мәсет, 23 сиркәү һәм 9 часовня (1877); 273 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнгән. 1919 й. 5 улус Табын кантоны, 20 улус — Юрматы кантоны, 1920 й. 16 улус һәм Стәрлетамаҡ — АСБР, 5 улус Өфө губ. составына инә. Өйәҙ 1921 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Стәрлетамаҡ кантонына бирелә.

Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Стәрлетамаҡ өйәҙе (19 б. аҙ.)

Яндекс.Метрика