СТӘРЛЕТАМАҠ КАНТОНЫ, 1921 й. АСБР составында ойошторола. 1922 й. окт. кантонға Бәләбәй өйәҙенең — 2, Стәрлетамаҡ өйәҙенең — 17, Табын кантонының — 13, Өфө өйәҙенең — 1, Юрматы кантонының 14 улусы инә. Төньяҡ‑көнбайышта — Бәләбәй кантоны, төньяҡта — Өфө кантоны, төньяҡ‑көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көньяҡ- көнсығышта — Йылайыр кантоны, көньяҡ‑көнбайышта Ырымбур губернаһы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Майҙаны — 18854 км2. Халҡы 1926 й. — 429490 кеше (башҡорттар — 73186, белорустар — 1692, мишәрҙәр — 5946, мордвалар — 20046, сыуаштар — 31463, татарҙар — 83159, украиндар — 18220, урыҫтар — 194054 һ.б.). 1922 й. С.к. Өфө кантонына Кәлсер‑Табын, Меркет улустарының 11 ауылы, 1924 й. — Дыуан-Табын, Ҡырмыҫҡалы, Тирәкле улустары инә; 1922 й. Бәләбәй кантонының Дәүләкән, Елдәр, Ҡырғыҙ- Миәкә, Әлшәй улустарына, Йылайыр кантонының Бөрйән, Көйөргәҙе улустарына ҡараған 47 ауыл С.к. күсә. 1927 й. Мораптал улусының бер өлөшө Ырымбур губ. бирелә. 1929 й. Урта Волга өлк. Ырымбур округының 3 ауылы (Дәүләтҡол, Мәҡсүт, Иҫке Аллабирҙе) кантон составына инә. С.к. терр‑яһында БашҮБК Президиумының 1923 й. 10 февр. ҡарары м‑н — 16, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 й. 15 дек. декреты м‑н 15 улусойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ер майҙаны (мең га) 333,1 тәшкил итә, ш. иҫ. бойҙай сәсеүлеге — 117,7, арыш — 85,7, һоло — 63, тары — 28,6, ҡарабойҙай — 14, картуф — 9,6, киндер — 4, арпа — 1,1, етен — 0,1; һыйыр малы — 194223, йылҡы — 130923, һарыҡ — 391622, кәзә — 11723, сусҡа — 27674 баш. 375 1‑се баҫҡыс мәктәп (шуларҙың 96‑һында уҡытыу башҡ., 12‑һендә — мордва, 146‑һында — урыҫ, 89‑ында — татар, 32‑һендә сыуаш телендә алып барылған) иҫәпләнгән (1926). 1930 й. 20 авг. кантон бөтөрөлә, терр‑яһы Бөрйән (Арыҫлан, Маҡар улустарының бер өлөшө), Верхотор (Верхотор улусы, Аҙнай, Арыҫлан, Ергән, Мәләүез улустарының бер өлөшө), Красноусол (Борон, Красноусол, Кәлсер‑Табын, Маҡар, Түб. Канаш улустарының бер өлөшө), Ҡарағош (Ергән, Ҡалҡаш, Фёдоровка улустарының бер өлөшө), Ҡырғыҙ‑Миәкә (Ҡалҡаш, Уҫылы улустарының бер өлөшө), Мораҡ (Арыҫлан, Көйөргәҙе улустарының бер өлөшө), Мәләүез (Мораптал улусы, Ергән, Көйөргәҙе, Мәләүез, Фёдоровка улустарының бер өлөшө), Петровск (Аҙнай, Арыҫлан, Ашҡаҙар, Борон, Маҡар улустарының бер өлөшө), Стәрлетамаҡ (Аҙнай, Ашҡаҙар, Ергән, Ҡалҡаш, Усолка улустарының бер өлөшө), Түб. Ҡарамалы (Өршәк‑Мең улусы, Кәлсер‑Табын, Түб. Канаш, Уҫылы улустарының бер өлөшө) административ райондары составына инә.

З.Ғ.Ғәтиәтуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Стәрлетамаҡ кантоны (1926)

Яндекс.Метрика