СТЕПНОЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнб. табан 88 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 184 кеше; 1959 — 308; 1989 — 224; 2002 — 255; 2010 — 190 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Мәсәғүт” с‑зы ойошторолоуға бәйле с‑здың Икенсе бүлексә ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика