СТЕПАНОВКА, ауыл, 1957 й. алып Өфө эсендә.

Ауылға Өфө өйәҙендә Өфө дворяны А.А.Степановтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1811 й. алып билдәле (57 ир‑ат иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Вишнёвый Холм исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 45 йортта 233 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 367 кеше; 1920 — 528; 1939 — 918 кеше. 1957 й. Өфө р‑нының Степановка а/с ҡараған. Хәҙер Өфө ҡ. Орджоникидзе р‑ны терр‑яһы (Саҡмағош урамы).

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика