СТЕПАНОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Степановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта урын лашҡан. Халҡы: 1906 й. — 458 кеше; 1920 — 560; 1939 — 588; 1959 — 391; 1989 — 541; 2002 — 542; 2010 — 381 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар. Ауылға 1893 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1888 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙендә Иньковтан һатып алынған ерҙәрҙә Харьков губ. күскенселәр Яңы Степановка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 65 йортта 426 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 60‑сы йй. ауылға 19 б. аҙ. нигеҙләнгән Макаров а. ҡушыла.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика