СТЕПАНОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 139 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 309; 1939 — 298; 1959 — 318; 1989 — 178; 2002 — 179 кеше. Урыҫтар йәшәй. Халҡы “Исланов” крәҫтиән (фермер) хужалығында эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә, фаразланыуынса, ш. уҡ өйәҙҙең Ключи а. кешеләре нигеҙ һала, 1880 й. алып ҡасаба булараҡ билдәле. 1896 й. 43 йортта 255 кеше йәшәгән. Часовня булған. 1906 й. (хәҙ. статус) ш. уҡ тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. С. (Ключевка) булараҡ иҫәпкә алынған. Элекке часовня бинаһы (1880) — архитектура ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика