СПОРОВИКТАР (Sporozoa), иң ябайҙар ярым батшалығына ҡараған апикомплекстар класы. 2 отряды (грегариндар һәм кокцидиялар), яҡынса 2 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 23 төрө бар. Умыртҡаһыҙ (грегариндар), умыртҡалы хайуандарҙың (кокцидияларҙың күпселеге) һәм кешенең паразиттары. Грегариндарҙың кәүҙәһе селәүсен йәки шар рәүешле, кокцидияларҙыҡы йомро. Цитостомы (күҙәнәк ауыҙы), ҡыҫҡарыусы вакуоле, хәрәкәт итеү ағзалары юҡ, матдәләр алышыныуы тәндең өҫкө йөҙө аша тормошҡа ашырыла. С. хужа организмының күҙәнәктәрендә, туҡымаларында йәки ҡыуышлыҡтарында паразит булып йәшәй. Йәшәү циклы ҡатмарлы, тереклек итеү мөхите, хужаһы һәм үрсеү формаһы алмашыныусан, 3 этаптан тора: шизогония (хужа организмында паразит берәмектәренең һаны артыуына килтергән енесһеҙ үрсеү, ядроларҙың цитоплазмала күп һанлы митотик бүленеүенән ғибәрәт; грегариндарҙың күпселегендә юҡ), гамогония (инә һәм ата гаметалар барлыҡҡа килә, улар тығыҙ тышлы зигота барлыҡҡа килтереп ҡушыла) һәм хужа‑төрҙөң башҡа заттары зарарланыуына булышлыҡ иткән спорогониялар (зиготанан споралар һәм спорозоиттар барлыҡҡа килә). С. зиготик редукция хас: спорогонияла зигота ядроһының беренсе бүленеүе мейотик, шуға күрә артабанғы бөтә стадиялар гаплоид була. Ооцисталар ярҙамында таралған төрҙәрҙең (кокцидияларҙың күпселеге) бер йәки ике хужаһы була (берәүһендә — енесһеҙ үрсеү, икенсеһендә енси процесс һәм спорогония үтә). Паразит бер хужа икенсеһен тешләгәндә (мәҫ., тапма тыуҙырыусы) йәки ашағанда (гемогрегариндарҙы күсергәндә кеҫәртке талпанды ашай) күсә.

Ю.В.Островская

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика