СПЕКТРАЛЬ ТЕОРИЯ, о п е р а т о р ҙ а р ҙ ы ң  с п е к т р а л ь  т е о р и я һ ы, матрицаларҙың үҙҡиммәттәре теорияһын дөйөмләштереү һөҙөмтәһе. С.т. механик системаларҙың бәләкәй тирбәлеүҙәрен һүрәтләгәндә, квант механикаһында һ.б. ҡулланыла. Украина ССР‑ы ФА‑ның Өфөгә эвакуацияланған осоронда С.т. бөгөмлө валдарҙың өйөрөлмә тирбәлеүҙәрен һәм стабилләштереү проблемаларын (Н.Н.Боголюбов, Н.М.Крылов), кире мәсьәләләрҙең тотороҡлолоғон (А.Н.Тихонов) тикшергәндә ҡулланылған. Респ. С.т. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. алып БДУ‑ла (МДУ м‑н берлектә), Матем. ин‑тында, Механика ин‑тында, СДПА‑ла, ӨДАТУ‑ла, ӨДНТУ‑ла алып барыла. Дифференциаль операторҙарҙың спектрҙары һәм үҙ функциялары б‑са тарҡалыуҙары (Т.Ғ. Амангилдин, Й.И.Биғлов, Д.И.Борисов, Н.Ф. Вәлиев, М.Ғ.Ғимаҙисламов, Р.Р. Ғәҙелшин, М.Ә.Илһамов, Х.К.Ишкин, Й.Ш.Ильясов, М.Ғ.Йомағолов, Ю.А. Кордюков, Х.Х.Мортазин, Э.А.Нәзирова, К.Б.Сабитов, Р.С.Сакс, И.А. Соломещ, Й.Т.Солтанаев, С.Ф. Урманчеев, Й.Й.Фазуллин, А.М.Әхтәмов һ.б.), С.т. кире мәсьәләләре (Илһамов, Солтанаев, Урманчеев, Әхтәмов) тикшерелгән. СДПА‑ла “Операторҙарҙың спектраль теорияһы һәм сиктәш мәсьәләләре” (“Спектральная теория операторов и смежные вопросы”) фәнни конференциялары үткәрелә (В.А.Ильин, Сабитов һ.б.).

Әҙәб.: И л ь г а м о в М.А. Колебания упругих оболочек, содержащих жидкость и газ. М., 1969; М у р т а з и н Х.Х., С а д о в н и ч и й В.А. Спектральный анализ многочастичного оператора Шрёдингера. М., 1988; С а д о в н и ч и й В.А., С у л т а н а е в Я.Т., А х т я м о в А.М. Обратные задачи Штурма—Лиувилля с нераспадающимися краевыми условиями. М., 2009.

А.М.Әхтәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Яндекс.Метрика