СПАРТАК, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Спартак а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡоро Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 111 кеше; 1939 — 965; 1959 — 1269; 1989 — 926; 2002 — 932 кеше. Урыҫтар йәшәй. С. — “Спартак” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Спартак” с‑зы ойошторолған ваҡытта дворян Ляховтарҙың имениеһы урынында С‑здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. 20 б. башында нигеҙләнгән Братцевский ҡасабаһы м‑н хәҙ. исемдәге бер ҡасабаға ҡушылған. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Элекке Ляховтар йорто бинаһы (19 б. 2‑се ярт. төҙөлгән) — архитектура ҡомартҡыһы.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика