СӨРӨК ҠУҢЫҘҘАРЫ (Pythidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡарағай С.ҡ. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 8—16 мм. Кәүҙәһе яҫы, ҡара күк йәки шәмәхә, һирәгерәк көрән төҫтә. Башының алғы өлөшө оҙонса. Өҫкө ҡанаттарында буй бураҙналар бар. Мыйығы, ҡорһағы һәм аяҡтары ерән төҫтә. Йомортҡаларын үҙағасҡа һала. Балағорто көрән төҫтә, яҫы, кәүҙәһе осонда 2 үҫенте м‑н, йәшерен йәшәү рәүеше алып бара. Бер йыл эсендә бер быуын үҫешә. Ағастарҙың серек ҡабығы һәм үле бөжәктәрҙең ҡалдыҡтары м‑н туҡлана. Урманда йәшәй. Ылыҫлы тоҡомдарҙың икенсел ҡоротҡостарына инә.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика