СӨРАУЫЛ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта Ваня й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1422 кеше; 1920 — 1405; 1939 — 1160; 1959 — 647; 1989 — 143; 2002 — 185; 2010 — 121 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһында урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1795 й. 58 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 94 йортта — 754 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, училище, 7 һыу тирмәне, күн һәм май һығыу з‑дтары, 12 сауҙа кибете булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү (1864 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, 2 тимерлек, слесарлыҡ оҫтаханаһы, шарап һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Топчиенколарҙың магазинлы йорто — 20 б. башы архитектура ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика