“СӨҺӘЙЛ ВӘ ГӨЛДЕРСЕН”, төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 1394 й. шағир С.Сараи тарафынан яҙылған. Шиғри формала. Сюжет нигеҙендә – трагик мөхәббәт тарихы. Төп герой йәш сардар Сөһәйл Аҡһаҡ Тимерҙең яугирҙарына әсиргә эләгә. Шулай уҡ әсирҙә булған шаһтарҙың береһенең ҡыҙы Гөлдерсен, Сөһәйлде яратып, уны зиндандан ҡотҡара һәм уның м‑н бергә ҡаса. Сүллектә оҙаҡ ыҙа сигеүҙән ҡыҙ үлә, Сөһәйл өмөтһөҙлектән күкрәгенә хәнйәр ҡаҙай. Дастанда шул осорҙоң көнүҙәк мәсьәләләре сағылыш таба, төп мәсьәләләрҙең береһе – Аҡһаҡ Тимерҙең баҫып алыу походтарын фашлау. Әҫәр гуманизм рухы м‑н һуғарылған, геройҙар үҙҙәренең матурлығы, мөхәббәткә тоғролоғо, ҡыйыу эштәре м‑н йәлеп итә. “С.в.Г.” автографы һаҡланмаған, берҙән‑бер күсермә ҡулъяҙмаһы Үзбәкстан ФА‑ның Бируни ис. Шәрҡиәт ин‑тында һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Миннегулов Х.Ю. Сәйф Сараи: Тормышы һәм иҗаты. Казан, 1976; Сараи С. Гөлестан. Лирика. Дастан. Казан, 1999.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика