СӨНЧӘЛӘЙ (Сөнчәләев) Сәғит Хәмиҙулла улы, Сөнчәләй С. [25.8.1888 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.12.1888 йәки 2.8.1889), Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 27.10.1937, Соловки], шағир. Ш.Сөнчәләйҙең ҡустыһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыған (1907—08). Пермь губ. Сараши һәм Солтанай аа. (Пермь крайы Барҙы р‑ны) земство мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй, 1915 й. алып Өфө ҡала китапханаһында бүлек мөдире; 1917—18 йй. “Ауыл халҡы” һәм “Көрәш” гәз. хеҙм‑ре. 1919—22 йй. РСФСР‑ҙың Милләттәр эштәре б‑са ХК‑ның Ҡырым АССР‑ындағы вәкиле. 1923 й. башлап БАССР‑ҙың Мәғариф ХК‑нда коллегия ағзаһы һәм бүлек мөдире, 1925 й. — Өфө художество музейы дир.; 1926 й. алып Төркиәлә РСФСР‑ҙың сит илдәр ХК‑ы тәржемәсеһе; 1927—29 йй. Башҡ. сәнғәт техникумы директоры.

1908 й. Ҡазанда башҡ. легендаһы мотивтары б‑са яҙылған “Күҙ йәштәре күле” (татар телендә) китабын баҫтыра. “Сәғит Сөнчәләй шиғырҙары” (1913), “Революцион шиғырҙар” (1919) шиғыр йыйынтыҡтары, пьесалар, хикәйәләр авторы. Репрессиялана (1929), 1958 й. аҡлана.

Әҫәрҙ.: Әсәрләр һәм хатлар. Казан, 2005.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Яндекс.Метрика