СӨНДӨКЛӨ Мәҡсүд (ысын исеме Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы; 2.9. 1904, Ҡазан губ. Сөндөклө а. — 23.10.1981, Өфө), шағир. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1975). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1924 й. алып Донбасс шахталарында, “Донбасский рабочий” (“Донбасс эшсеһе”) гәз. эшләй. 1935—46 йй. БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑тының (ҡара: “Башҡортостан”), 1960 йй. тиклем “Әҙәби Башҡортостан” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. әҙәби хеҙм‑ре. “Күмер тауышы” (татар телендә) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1930 й. сыға. Шахтёрҙар хеҙмәтенә арналған “Стаханов тураһында йыр” (1938), “Макар Мазай” (1950—51), “Донбасс тураһында уйҙар” (1948) шиғри әҫәрҙәрендә эшсе синыф вәкилдәренең образдары тыуҙырылған. “Бирҙелә осрашыу” (1938) поэмаһында Салауат Юлаев ғәскәренең Пугачёв хәрәкәтенә ҡушылыуы тасуирлана; “Иван Якутов” поэмаһы И.С.Якутовтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған, ул башҡ. (1959) һәм урыҫ (1967) телдәрендә баҫылған. Балалар өсөн яҙылған “Аҡъял батыр” (1943), “Буяусы малайҙары” (1957), “Хазина” (1981) һ.б. шиғыр йыйынтыҡтары авторы. А.А.Блоктың “Ун ике” (“Двенадцать”), А.Т.Твардовскийҙың “Василий Тёркин” поэмаларын, М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Беҙ ҡабыҙған уттар: шиғырҙар. Өфө, 1974; Геройҙар тураһында поэмалар. Өфө, 1982; Слава труду!: стихи и поэма. М., 1952.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика