СӨЛӘЙМӘНОВА Сажиҙә Ғәҙелша ҡыҙы (3.10.1926, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңауыл а., хәҙ. Яңауыл ҡ., — 10.5.1980, Әлмәт ҡ.), яҙыусы. ТАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1944—46 йй. һәм 1950 й. алып БАССР‑ҙың төрлө мәктәптәрендә эшләй, 1951 й. башлап ТАССР‑ҙа йәшәй: 1955—73 йй. Әлмәт нефть техникумында уҡыта, КПСС‑тың Әлмәт ҡала ком‑ты лекторы, ҡала радио тапшырыуҙарының баш мөхәррире. С. ижадына мөхәббәт, тоғролоҡ, тарих һәм киләсәк алдында бурыс һәм яуаплылыҡ т‑да лирик уйланыуҙар хас. “Бәхетте алдан әйтеү” (1974), “Мөхәббәт менән һынау” (1975), “Ҡыҙыл ҡауырһындар” (1976; бөтәһе лә – татар телендә) һ.б. йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәре юғары гражданлыҡ, Ватанға һөйөү тойғоһо м‑н һуғарылған. “Ер күсәре” (1966—67) поэмаһы, “Салауатҡа һәйкәл”, “Өфө – йәшлегем минең”, “Янғантау”, “Тәбиғәт”, “Тыуған ауылым ямғырҙары” (бөтәһе лә – татар телендә) Башҡортостанға арналған. С. исеме м‑н Яңауылда, Үрге Тәтешлелә, Ҡазанда урамдар аталған; Әлмәттә уның исеме урамға, китапханаға бирелгән, бюст ҡуйылған. ТР‑ҙа С. ис. әҙәби пр. һәм стипендия булдырылған.

Әҫәрҙ.: Дикая рябина: повесть и рассказы. М., 1986; Со звёздами наедине: стихи. Казань, 2006; Гөлбадран: повесть, хикәяләр, юлъязмалар. Казан, 1986.

Яндекс.Метрика