СӨЛӘЙМӘНОВА Әлмира Камил ҡыҙы (23.1.1961, Туймазы ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) 1‑се мәктәп‑интернатта (Туймазы) уҡыта, 1985 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге термин ғилеменең теоретик һәм методологик мәсьәләләренә, урыҫ теле материалында проф. дискурсты өйрәнеүгә; урыҫ телен сит тел итеп уҡытыу методикаһының лингводидактик нигеҙҙәренә; терминологик һүҙлектәр төҙөүҙең теорияһы һәм практикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу‑методик әсбаптар авторы.

Х е ҙ м.: Терминологическая лексика в дискурсе специалиста. Уфа, 2003; Терминосистема нефтяного дела и её функционирование в профессиональном дискурсе специалиста. Уфа, 2005; Культурное пространство Башкортостана. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика