СӨЛӘЙМӘНОВ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15.3.1939, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а. — 21.11.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), фольклорсы. БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (2016), филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1995). РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1999). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1967), 1972 й. алып шунда уҡ эшләй. 1991 й. башлап ТТӘИ‑лә: бүлек мөдире, 2002 й. — төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑ты рәйесе. 2006 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. 1963 й., 1966 й., 1973—87 йй., 1989 й., 1994 й., 1997 й., 2008—12 йй. Башҡ‑н, ш. уҡ Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлк., Пермь крайы б‑са фольклор‑этнографик экспедициялар етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. көнкүреш әкиәттәренең, эпостарының поэтикаһын һәм стилен тикшереүгә, йола һәм балалар фольклорын өйрәнеүгә арналған. “Әкиәттә хәҡиҡәт” (1997), “Халыҡтың юмористик сәсмәүере” (1998), “Башҡорт халыҡ новеллаһы” (“Башкирская народная новелла”; 2005) һ.б. монографияларында башҡ. халыҡ новеллистик әҙәбиәтенең генезисы һәм жанр сиктәре, сюжет‑тематика составы ҡаралған. Аҡмулла, Ш.Бабич, Һ.Л.Дәүләтшина, Ж.Ғ.Кейекбаев, И.Л.Кинйәбулатов, М.Кәрим, Р.Ф. Мифтахов, К.Мәргән ижадтарына арналған тикшеренеүҙәр; хәҙ. замандың ижт.‑сәйәси проблемалары күтәрелгән “Иҫле иҫәп белер” (2002), “Аң булайыҡ, ғәмһеҙ булмайыҡ!” (2003) публицистик китаптар; ш. уҡ “Һәр мөғжизә — миңә хәҡиҡәт” (2007) шиғырҙар йыйынтығы, “Ҡобайырым — нәсихәт” (2014) ҡобайырҙар һәм тәржемәләр авторы; “Хәйләкәр төлкө”=“Хитрая лиса” (2015), “Алтын-сәс”=“Златовласая”, “Әсә йөрәге”=“ Сердце матери” һ.б. (бөтәһе лә — 2016) балалар өсөн башҡ. халыҡ әкиәттәре серияһын төҙөүсе. “Башҡорт халыҡ ижады” (башҡ. телендә), “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә), “Төрки әҙәбиәте антологияһы. Башҡорт әҙәбиәте” (“Антология тюркской литературы. Башкирская литература”; 29—30 томда, 2004—2005, төрөк телендә; Анкара) йыйынтыҡтары фәнни аппараты авторҙарының һәм төҙөүселәренең береһе. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. мәктәп һәм вуз өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, авторы. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. (1987), Ж.Ғ.Кейекбаев ис. (2004), М.Аҡмулла ис. (2009), М.Ғафури ис. (2014), БР ФА‑ның Ә.Ә.Вәлидов ис. (2015) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2014).

Х е ҙ м.: Бала‑сағаның уйын фольклоры. Өфө, 2007; Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994; Башкирский народный юмор. Уфа, 2015.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Яндекс.Метрика