“СОЮЗ 17 ОКТЯБРЯ” (октябристар), 1906—15 йй. Рәсәйҙә уң либераль партия. 1906 й. февр. Ойоштороу съезында (Мәскәү) төҙөлә. Октябристар фекеренсә, Рәсәйҙең конституцион монархия юлына баҫыуын билдәләгән 1905 й. 17 окт. Манифесы хөрмәтенә аталған. Партия составына эре сауҙа-сәнәғәт буржуазияһы, алпауыттар, чиновниктар ингән. Ике палаталы халыҡ вәкиллеге булған конституцион монархия ҡоролошо урынлаштырыу, демократик азатлыҡ, крәҫтиәндәргә хосуси милектә булған ерҙәрҙе һатып алырға ярҙам итеү, гражданлыҡ тигеҙлеге өсөн сығыш яһаған. Империяның айырым өлөштәренә (Финляндиянан башҡа) автономия биреү мөмкинлеген кире ҡаҡҡан. 1906 й. авг. революцион хәрәкәткә [ҡара: Революция (1905—07)] ҡаршы көрәшеү өсөн хәрби-ялан судтары төҙөүҙе яҡлай. Беренсе донъя һуғышы осоронда октябристарҙың кадеттар һәм прогрессистар м‑н яҡынлашыуы һәм партияның тарҡалыу процесы бара. Баҫма органдары: “Слово” (“Һүҙ”), “Голос Москвы” (“Мәскәү тауышы”) гәз. һ.б. Партияның лидерҙары: А.И.Гучков, П.Л.Корф, М.В.Родзянко, Д.Н.Шипов һ.б.

Ырымбур губернаһында “Союз” ойошмалары Орск, Троицк, Силәбе ҡҡ. барлыҡҡа килә. Стәрлетамаҡ ҡ. һәм Өфө губернаһының Боҙаяҙ а. сәйәси ҡараштары б‑са октябристарға яҡын торған “1905 й. 17 октябрь акты нигеҙендә төҙөлгән түңәрәк” исемле ойошма эшләгән. 4‑се саҡырылыш Дәүләт думаһында октябристар фракцияһы ағзаһы Н.Д.Кудрявцев булған. Башҡортостан халҡы араһында “Союз”дың консерватив-реформаторлыҡ идеялары бер ни тиклем яҡлау тапҡан.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика