СОФРОНОВСКИЙ, яңы ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Өфө эсендә.

Ауылға 19 б. уртаһында Өфө өйәҙендә Өфө сауҙагәре Ф.С.Софронов нигеҙ һала. 1896 й. 3 йортта 23 кеше йәшәгән. Ағиҙел й. буйлап тауар ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Северный исеме м‑н билдәле булған. Халҡы: 1906 й. — 26 кеше; 1920 — 45 кеше. Хәҙ. Өфө ҡ. Совет р‑ны терр‑яһы (Бөрө, Бәләбәй, Златоуст, Йылға, Минзәлә, Стәрлетамаҡ урамдары).

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика