СОФИЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡыҙылъюл й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 425; 1939 — 187; 1959 — 93; 1989 — 90; 2002 — 201 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Софиевка” ААЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә урыҫ күскенселәре Софиевка ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика