СОСНОВЫЙ ЛОГ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Түб. Исҡуш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Күсәүеш й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 92 кеше; 1959 — 116; 1989 — 166; 2002 — 192 кеше. Урыҫтар йәшәй. Халҡы С.М.Киров ис. АХПК‑ла эшләй. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында а.х. артелдәре ойошторолған ваҡытта Сосновый Лог (Попов Е.М.) утары булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 2 хужалыҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. С.Л. Лиственный Лог а., 70‑се йй. Липовый Лог а. (икеһе лә 20‑се йй. нигеҙләнгән) ҡушылған. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика