СОСНОВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Сухояз а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 28 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 686 кеше; 1920 — 804; 1939 — 842; 1959 — 828; 1989 — 683; 2002 — 633; 2010 — 615 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1686 й. Ҡазан даруғаһында мариҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Соснова, Нарат исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 60 йортта 382 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика