СОСНОВКА, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К. табан 7 км алыҫлыҡта Ятва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 347 кеше; 1989 — 1219; 2002 — 779 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы Сосновка урман участкаһында, “Арский ташы” ял базаһында, “Стройминерал” ЯСЙ‑нда, «“Сосновый бор” спорт‑һауыҡтырыу үҙәге»ндә эшләй. Урта мәктәп‑балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1945 й. Нура махсус ҡасабаһы кешеләре Сосновка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 70‑се йй. С. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Печатин кордоны ҡушыла. 2002 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика